Йәмғиәт
4 Ғинуар 2023, 06:30

Һеҙҙең яҡта һауа торошо нисек, дуҫтар?

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы. Белгестәр фекеренсә...

Һеҙҙең яҡта һауа торошо нисек, дуҫтар?Һеҙҙең яҡта һауа торошо нисек, дуҫтар?
Һеҙҙең яҡта һауа торошо нисек, дуҫтар?

Бөгөн, 4 ғинуарҙа, Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, төбәктә төндә лә, көндөҙ ҙә ҡар яуыуы көтөлә. Республиканың айырым райондарында буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы фаразлана. Уртаса ел йүнәлеше - көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштае. Төндә термометр бағанаһы -5, -10, аяҙытҡанда - -15 градус күрһәтәсәк. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ - 3-8 градус һалҡын.

Кесаҙна, 5 ғинуарҙа, ел көнбайыштан иҫәсәк, бер аҙ ҡар яуасаҡ. Тәүлек дауамында һауа температураһы 18-20 градус һалҡын буласаҡ.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Һуңғы көндәрҙә аварияларҙың артыуы күҙәтелә.

 

 

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас