Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иптәштәрен онотмай, уларҙың ғаиләләрен дә иғтибар үҙәгендә тота. Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыш бабай роленә инеп, хәрби хеҙмәттәге ғаилә башлығының ҡыҙҙарын һәм хәләл ефетен ҡотларға килгән полицейскийҙарға “афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Хәрби хеҙмәттәге атайҙы һағынып көткән балаларҙың теләктәре тормошҡа ашыуына беҙ ҙә ышанабыҙ. Ә Яңы йыл бүләктәре байрам кәйефен күтәрергә ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ. Балалар матур бүләктәр алыуҙары менән ҡәнәғәтлектәрен белдерҙе, ә әсәләре иғтибарҙары өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”.
Р. Йәғәфәров фотоһы.