Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2023, 21:30

Ысын тип торорһоң!

Быйыл да ветеран Яңы йылға ихаталарҙы биҙәү буйынса иғлан ителгән бәйгелә икенсе урынды алған

Ысын тип торорһоң!
Ысын тип торорһоң!

Ауырғазы районының 78 йәшлек оҫтаһы  бына нисәмә йыл байрам кәйефе тыуҙырып, ауылдаштарын һөйөндөрөп йәшәй. Ришат Муссаләмов Нуғаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән, ғүмер буйы намыҫлы хеҙмәте менән яҡташтарының хөрмәтен яулап, абруй ҡаҙанып, хаҡлы ялға сыҡҡан.

Ул йыл һайын мөғжизәле ҡурсаҡтары менән  олоһон да, кесеһен дә ҡыуандыра, яҡташтарының күңелдәрен күтәрә. Быйыл да ветеран Яңы йылға ихаталарҙы биҙәү буйынса иғлан ителгән бәйгелә икенсе урын алды, тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите. Ҡул оҫтаһының был шөғөлө күңел ҡушыуы буйынса, ти яҡындары.  Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ришат Ярулла улы тынғыһыҙ, ижади ҡарашлы, ярҙамсыл булыуы менән ауылдаштарын һоҡландырып йәшәй. Нуғаҙаҡтар ғаилә башлығына һәм уның хәләл ефете Нурыя Ғәлиәхмәт ҡыҙына  байрам кәйефе тыуҙырып,  йыл һайын боҙ ҡурсаҡтары менән шатландырыуҙарына рәхмәт белдерә һәм оҙайлы бәхетле ғүмер теләй.  

Фото:”Аургазинский вестник”.

 

Ысын тип торорһоң!
Ысын тип торорһоң!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: