Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2023, 16:00

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн

"Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың устав эшмәкәрлеген финанслау өсөн алдағы йылдарҙа финанслау йыл һайын 6,3 миллион һумға артасаҡ", - тине Андрей Назаров.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы, коммерцияға ҡарамаған ойошмаға субсидиялар биреү менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы, коммерцияға ҡарамаған ойошма 2018 йылда башҡорт телен һаҡлау һәм уның үҫеше буйынса гражданлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү, уны популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған.

2019 йылдан 2022 йылдың  31 сентябренә тиклем ойошма бюджеттан тыш аҡсаға финанслана ине. Әле механизм алмашына. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, ғәмәлдәге бүленгән лимиттарға ярашлы,  ойошманың устав эшмәкәрлеген финанслауҙы тәьмин итәсәк.  

- Быйыл Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманы финаслауҙың дөйөм күләме министрлыҡтың бюджеты иҫәбенә 1,2 миллион һум тәшкил итә. Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың устав эшмәкәрлеген финанслау өсөн алдағы йылдарҙа финанслау йыл һайын 6,3 миллион һумға артасаҡ, - тине Андрей Назаров. – Мәғариф һәм фән министрлығына республика сараларын ойоштороу һәм башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм уның үҫеше өсөн Бөтә Рәсәй проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәрҙе индереүҙе һорайым.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19842/

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас