Яңы йыл байрамдары осоронда интернет селтәрендә ошо видеояҙма таралды. Уны хатта федераль каналдарҙа күрһәттеләр. Ғәҙәттә, килбәтһеҙ кешеләрҙе “боҙҙағы һыйыр” кеүекһең тип атайҙар. Был яҙмала ошо хәл тулы һынында күрһәтелгән. Ысынлап та, боҙҙағы һыйырҙар ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренә шул.
Был хәл Владимир өлкәһенең Юрьев-Польск районында, Небылое ауылы янында булған. Малҡайҙар юл урынына барлыҡҡа килгән һырғалаҡ аша үтергә тырыша, тик булдыра алмай. Боҙҙа тайып тик торалар, ә килгән машиналарҙан ҡурҡып, бөтөнләй йығылалар.
Ҡыш көнө был тиклем малды кем урам буйына сығарып ебәргәндер, билдәле түгел. Ә район башлығы юлдарҙы даими таҙартабыҙ, ҡом һибеп торабыҙ тигән. Әлеге хәлде иһә ул яңылышлыҡ тип атаған.
Фото: vladimir.bezformata.com