Был хәл бер нисә йыл элек Ҡаҙағстандағы Уральск ҡалаһында була. 29 йәшлек Лилиә Коновалова үҙенең организмының үҙенсәлеге тураһында икенсе тапҡыр йөклө булған сағында саҡ белеп ҡала.
Коноваловтар ете йәшлек ҡыҙҙары үҫеп килгән саҡта, уға иптәшкә малай алып ҡайтырға хыяллана башлай. Әммә ҡатын икенсе тапҡыр ауырға ҡалғас, уларҙың ғаиләһендә игеҙәктәр тыуасағы билдәле була. Тик яңылыҡтар бының менән генә тамамланмай: баҡһаң, балаларҙың һәр береһе айырым аналыҡта үҫешә булып сыға.
Лилиәне шунда уҡ иҫкәртәләр: бындай осраҡтар бик һирәк – һуңғы 60 йылда ни бары 70 осраҡ тураһында билдәле. Һәм, ғәҙәттә, тик бер баланы ғына тере килеш тыуҙырыу мөмкин.
Ауырлы ҡатын үҙенең хәлен белеү менән “больничныйға” китә һәм уға артыҡ хәрәкәттәр яһарға рөхсәт ителмәй. Ул ни бары карауатта ятырға мәжбүр була. Әммә барыбер йөклөлөгөнөң 25-се аҙнаһында ул бәпес таба башлай. Беренсе булып Лия исемле ҡыҙҙары тыуа. Уның ауырлығы ни бары 850 грамм була, сабый үҙаллы тын ала алмай. Уны реанимацияға урынлаштыралар һәм инкубаторҙа “үҫтерәләр”.
Ә был ваҡытта ҡустыһы тыуырға ашыҡмай. Эстәге баланың хәле тотороҡло булғас, табиптар уны ҡалдырып торорға хәл итә. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ бала тыуып ике ай ҙа 16 көн үткәс, донъяға Максим килә.
Был хәлдең аҙағы бәхетле: ике бала ла иҫән-һау. Ҡустыһы тыуғансы, ҡыҙҙары ла кәрәкле ауырлыҡ йыя һәм улар бергә үҫеп ала ла китә. Донъяла ошондай мөғжизәләр ҙә була икән.
Фото: yvision.kz