Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2023, 17:05

Икенсе тапҡыр үткәрелә

Был конкурста еңеп сығыусыларға ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған. Был хаҡта тулыраҡ түбәндәге яҙмала.

Икенсе тапҡыр үткәрелә
Икенсе тапҡыр үткәрелә

“Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй хәрәкәте икенсе тапҡыр бөтә Рәсәй “Йөрәктәрҙе уятып” ижади конкурсын үткәрә. Был хаҡта хәрәкәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Конкурс СССР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы, “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй хәрәкәтенең Үҙәк штабы рәйестәше Василий Семенович Лановойҙың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ғаризалар 2023 йылдың 16 ғинуарына тиклем  конкурстың сайтында ҡабул ителә:

https://pravnuki-pobediteley.ru/ .

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, финал этапта еңеп сығыусылар 2023 йылдың 16 февралендә иғлан ителәсәк. Улар өсөн Мәскәүҙә ойошторолған тантанала ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Фото: “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй хәрәкәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: