Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Гәүһәр Ямалетдин ҡыҙы Үҙәнбаева 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уны оло байрамы айҡанлы балалары, яҡындары, Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Фуат Әхмәт улы Сәйетов тәбрикләне.
Ҡәҙерле кешеһе тураһында ейәнсәре Гөлназ матур яҙма менән уртаҡлашты. "Ҡартәсәйем Үҙәнбаева Гәүһәр Ямалетдин ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Ошо ғүмер байрамы менән уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да һаулыҡта, балалар ҡыуанысында, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын. Тормоштоң барлыҡ рәхәттәре менән бер рәттән күп ауырлыҡтарын күргән, һуғыш осоро балаһы ул. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла күргәнгә, "Хәҙер тормош шул тиклем матур, ҡәҙерен белеп, матур ғүмер юлы үтегеҙ, тик донъялар ғына тынысланһын", - тип теләктәрен теләй.
Тормош иптәше Фирғәт Фазулла улы менән алты ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт улы беҙҙең арала юҡ инде. Әлеге көндә ул 14 ейән-ейәнсәргә, 21 бүлә-бүләсәргә бәхетле ҡартәсәй. Ул килене Мәфрүзә һәм өс ейәнсәре бик матур итеп йәшәй. Рәхмәт уларға. Ҡартәсәйемде тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Иң мөһиме һаулығың ныҡлы, күңелең тыныс булһын. Ауыр бала ҡайғылары кисергән йөрәгеңә сабырлыҡтар бирһен Хоҙай. Бөгөнгө көндә ҡартәсәйҙең өс ейәне яуҙа. Уларҙың имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын күреп, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын Алла бирһә!" - тип яҙҙы ул.
Фото: Гөлназ Сәғәҙәтованың сәхифәһенән.