Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 15:45

Андрей Назаров Студенттар кампусы майҙансығын ҡараны

Премьер-министр Өфө ҡалаһында донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Студенттар кампусы урынында эш барышын тикшерҙе һәм ректорҙар менән осрашыу үткәрҙе.

Андрей Назаров Студенттар кампусы майҙансығын ҡараны
Андрей Назаров Студенттар кампусы майҙансығын ҡараны

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Инженер элемтәһе төҙөкләндерелгән, яңы йылытыу, елләтеү, төтөн сығарыу системалары әҙер. Барыһы ла буялған, яңы диуарҙар ҡуйылған, фасадтар һәм янғын ишектәре алмаштырылған. Быйыл эшселәр бинаның ҡыйығын, нигеҙҙе нығытасаҡ.

Халыҡ-ара эш аҙналығында Өфө ҡалаһында Студенттар кампусын булдырыу тураһында концессия килешеүенә ҡул ҡуйҙыҡ. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме — 26,8 миллиард һум, объект төҙөлөшөнә 25 миллиард һум бүленәсәк.

Кампус төҙөү ике этапта барасаҡ: беренсеһендә «IQ-парк» төҙөкләндереләсәк. Кампус майҙаны 146 мең квадрат метрҙан ашыу.

Өфө ҡалаһындағы студенттар кампусының функциональ йөкмәткеһен төплө әҙерләргә ҡуштым. Тиҙҙән уны тәҡдим итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фотолар: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

Андрей Назаров Студенттар кампусы майҙансығын ҡараны
Андрей Назаров Студенттар кампусы майҙансығын ҡараны
Андрей Назаров Студенттар кампусы майҙансығын ҡараны
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: