Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 13:00

Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты

Ә һеҙҙең тарафтарҙа ҡар яуамы? Һауа торошо нисек? 

Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты

Яңы йылдың тәүге көндәре республиканың күпселек төбәктәрендә ҡар-бурандары менән килде. Шулай ҙа урындағы халыҡ ҡар яуғанға зарланмай, сөнки ауыл халҡы ҡарлы ҡыштың мул уңыш нигеҙе булыуын яҡшы аңлай. Баймаҡ халҡы ла "Беҙгә барыбер түгел" тигән тематик флешмобҡа дәррәү ҡушылып, ҡар көрәргә сыҡты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бына нимә тип яҙҙы. 

"Яңы йыл беҙгә ҡар-буран менән бәйле һынау алып килде. Ул коммуналь хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, ябай граждандар өсөн дә ауыр һынау булды.

Бөгөн күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр "Беҙгә барыбер түгел" тигән тематик флешмобта әүҙем ҡатнашты.

Еңеү, Тыныслыҡ урамдарында йәшәүселәр идара компанияһы хеҙмәткәрҙәре, ҡала хакимиәте белгестәре менән берлектә ҡарҙан балалар майҙансыҡтарын, парковкаларҙы, юлдарҙы таҙартты.

Юбилей урамы, 1 адресы буйынса йәшәүселәр күмәкләп ҡар өйөмдәре менән көрәшкә сыҡты.

Флешмобта ҡатнашыусыларҙың барыһына лә рәхмәт белдерәм. Халыҡҡа берҙәмлектәре өсөн рәхмәт!" - тип яҙҙы ул. 

Фотолар: Ф. Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Баймаҡ халҡы ҡар көрәргә сыҡты
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас