Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Светлана Шәрипова “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә бик күркәм видеояҙма һалды. Унда матур ғына инәй гармунда уйнап ултыра.
“Был видеоны әллә ҡасан һалырға теләй инем, тик кисектереп килдем. Моғайын, ваҡыт еткәндер.
Был Зәйфә Ғәйнелйән ҡыҙы Сәмиғуллина, минең инәйем, әсәйемдең бер туған апаһы. Ул Асҡын районының Сураш ауылынан. Аллаһ бирһә, быйыл уға 98 йәш тула. Ул ғүмере буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Бик әүҙем, ихлас күңелле кеше булды, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашты, бик нескә юморға эйә булды. Ә иң мөһиме, ул 50 йыл буйына үҙенең ире, офицер, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны өсөн нескә генә ҡыҙ, уның батшабикәһе булып ҡалды.
Барығыҙға ла ошондай матур йәшкә етергә, әүҙемлек һәм тормош тәмен юғалтмауҙы теләйем”, – тип яҙҙы.
Ысынлап та, был инәйгә ҡараһаң, күңел күтәрелеп китә. Тағы оҙаҡ йылдар ҡыуаныста, һаулыҡта йәшәргә яҙһын уға.