Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн, мобилизацияланған кешенең килемен иҫәпкә алмайынса, бер нисә ташлама сараһы ҡаралған. Күрһәтелгән 10 ярҙам сараһының дүртәүһе, 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң, төбәк һәм федераль хөкүмәттәр мобилизацияланғандарҙың килемен иҫәпкә алмау тураһында ҡарар ҡабул иткәндән һуң, Берҙәм түләүгә күсерелә (әлеге ваҡытта берҙәм пособие биреү мәсьәләһе мобилизацияланғандарҙың килемен иҫәпкә алмайынса ҡарала). Артабан, 2023 йылда яңы ҡағиҙәләр социаль ярҙам сараларының ҡалған 6 төрөнә ҡағыла:
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: тәүге дүрт ярҙам сараһын билдәләгәндә мобилизацияланған граждандың да, ирекмәндең дә, Росгвардия һалдатының да килеме иҫәпкә алынмай, ә ҡалған ике сараны тәғәйенләгәндә, Федераль хөкүмәт указына ярашлы, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған граждандың килеме генә иҫәпкә алынмай.
Социаль ярҙамдың тәүге биш сараһын тәғәйенләү өсөн халыҡтың социаль яҡлау органдарына, әсәлек капиталынан түләүҙәрҙе тәғәйенләүгә, шулай уҡ 2023 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм пособиеға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пенсия фонды һәм Социаль страховкалау фонды функцияларын берләштергән Социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың социаль яҡлау органдарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарынан 3,7 мең самаһы ғариза килгән, уларҙың 2,6 меңе буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүҙең сираттағы мөһим сараһы — өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтеү һәм ҡарттар йорттарында һәм психоневрологик интернаттарға урынлаштырыу. Был хеҙмәттәр Башҡортостан Башлығының 11 октябрҙәге бойороғо сиктәрендә ата-әсәләргә, йәки тәрбиәгә алынған ата-әсәләргә, мөмкинлектәре сикләнгән йәки пенсия йәшенә еткән һәм ситтән ярҙамға мохтаж опекундарға бирелә.
Был ярҙам сараларын алыу өсөн 8-800-775-00-14 ҡыҙыу линияһына шылтыратырға йәки туранан-тура Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә (Өфө, Менделеев урамы, 136/2, тел. +7 (347) 286-51-05), йәки хеҙмәтте Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ойошторорға кәрәк.
Социаль хеҙмәттәргә мохтаж тип танылыу өсөн районығыҙҙың йәки ҡалағыҙҙың Социаль координатор хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Республиканың социаль координаторҙары исемлеге: http://rcson.mintrudrb.ru/posts/204348
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 180-дән ашыу ғаилә ағзалары республикала бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн ярҙам сараларын ҡуллана. Шул иҫәптән оло йәштәге граждандар — 170 кеше, инвалидтар — 10, балалары булған ата-әсәләр һәм (йәки) инвалид балалары — 3 кеше.
Хеҙмәтте теркәү өсөн түбәндәге документтар кәрәк: хәрби комиссариат танытмаһы, ИТУ танытмаһы (инвалидлыҡ тураһында, Пенсия фондынан мәғлүмәт (кеше хаҡлы ялда булһа) һәм медицина ойошмаһынан кешегә ситтән ярҙам кәрәк булыу тураһында таныҡлыҡ.
Бынан тыш, республика Башлығы бойороғо сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары 8-800-347-5000 «Ғаилә» үҙәктәренең ҡыҙыу линияһына психологик консультация һорап мөрәжәғәт итә ала. Республиканың һәр ҡалаһында һәм районында булған ғаилә хеҙмәте белгестәре психологик ярҙам күрһәтеүҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль түләүҙәргә документтар төҙөргә, алимент һәм мираҫ алырға, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстарҙы ҡапларға ярҙам итергә, кредит каникулдарына ғариза бирергә ярҙам итә.
Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң, 2700-ҙән ашыу кеше «Ғаилә» үҙәктәре белгестәренән психологик ярҙам алған. Хеҙмәт белгестәре 2 меңгә яҡын ғаиләгә үҙҙәре барған.
Ғаилә үҙәктәренең адрестары һәм бәйләнештәре менән Башҡортостандың “Ғаилә” үҙәктәре порталында танышырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы халыҡтың мәшғүллек үҙәктәре аша биргән тағы бер сара бар – был республика предприятиеларында сығарылыш уҡыусыларының эшкә урынлашыуына һәм стажировка үтеүенә ярҙам.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса мәшғүллек үҙәктәренә 104 граждан ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 32-һе эшкә урынлашҡан, ҡалғандарына эш табыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш, һуңғы осорҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары араһынан 78 кеше һөнәри әҙерлек буйынса ярҙам ала, 38 кеше эшһеҙҙәрҙе социаль яраҡлаштырыу буйынса хеҙмәттәр ала, 46 кешегә психологик ярҙам күрһәтелә, 12 кеше һөнәри белем алыуға ебәрелә.
2022 йыл аҙағында БР-ның Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр башҡарылған түләүҙәрҙе, республика Башлығы 5 декабрҙә ҡул ҡуйған ҡарарҙы тормошҡа ашырҙы. Был түләүҙәр, Яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршы ала алмаған яугирҙарыбыҙҙың ҡатындарына һәм балаларына Яңы йыл бүләге булды.
Фото: newsae.ru