Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 21:30

Радий Хәбиров: “Киләсәккә ҙур өмөт һәм ышаныс менән ҡарайбыҙ”

Башҡортостан Башлығы республика халҡын оло һәм яҡты байрам менән ҡотлай.

Радий Хәбиров: “Киләсәккә ҙур өмөт һәм ышаныс менән ҡарайбыҙ”
Радий Хәбиров: “Киләсәккә ҙур өмөт һәм ышаныс менән ҡарайбыҙ”

“Күп быуаттар дауамында Башҡортостан халыҡтары дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Байрамдарҙы бергәләп билдәләйбеҙ һәм Ватаныбыҙ файҙаһына бергәләп эшләйбеҙ.

Бөгөн барыбыҙ ҙа, дингә ҡарамай, фронт һыҙығында илебеҙҙең киләсәге өсөн көрәшеүселәр өсөн доға ҡылабыҙ — улар өйҙәренә еңеү менән, тере һәм зыян күрмәй ҡайтыуҙары өсөн доға ҡылабыҙ. Ватан өсөн алышта һәләк булғандарҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Изге эштәр менән яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Мохтаждар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ.

Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһына ла сәләмәтлек, изгелек һәм именлек теләйем”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: