Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 11:00

Радий Хәбиров Раштыуа байрамы менән ҡотлай

Ә бөгөн, байрам алдынан, Красноусол шифаханаһы директоры менән ҙур проектты тикшереүҙәре тураһында ла әйтте республика Башлығы. Яңы туристик объект ҡайҙа төҙөләсәк? 

Радий Хәбиров Раштыуа байрамы менән ҡотлайРадий Хәбиров Раштыуа байрамы менән ҡотлай
Радий Хәбиров Раштыуа байрамы менән ҡотлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала йәшәгән православныйҙарҙы Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

“Бөтә православныйҙарҙы Раштыуа байрамы менән тәбрикләйем! Республикала төрлө халыҡтар һәм төрлө дин вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй, был бик ҙур һәм мөһим байрам. Барығыҙға ла именлек теләйем.

Ә бөгөн байрам алдынан Красноусол шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов менән "СПА" ҡунаҡханаһы проектын тикшерҙек, уны Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы эргәһендә төҙөргә ниәтләйбеҙ. Беләһегеҙме, беҙ был урында ҙур туристик кластер булдырабыҙ. Ә ҡунаҡхана проекты өсөн тап Красноусол яуап бирәсәк.

Шифахана үҙе лә әүҙем үҫешеүен дауам итә, перспективалар билдәләнгән. Яңы 2023 йылға өмөттәр һәм ҙур пландар менән аяҡ баҫабыҙ, уларҙы мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

Барығыҙға ла изгелек, именлек, ғаилә бәхете теләйем. Һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ!" - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото: sib.fm.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас