Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 02:00

Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...

Был йорт ихатаһына аяҡ баҫҡан һәр кемдең шунда уҡ кәйефе күтәрелә, күптәр йомошлайһы йомошон да онота. 

Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...
Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...

“Беҙ йыл һайын ғаиләбеҙ менән Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Быйыл да ирем Финус, улдарыбыҙ Айҙар һәм Азамат, ата-әсәйебеҙ Фәниә һәм Фәнүс Нуруллиндар менән күмәкләп боҙҙан һәм ҡарҙан һындар эшләнек”, – тип хәбәр итә Можға ауылында йәшәгән Инна ханым.

Нуруллиндар Ҡуян йылын ҙур дәрт, яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға тырышҡан, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Ихаталарына боҙҙан төлкө, ҡуян, алтын балыҡ, өйрәктәр "ҡунаҡҡа килгән". Һалҡындан йылыныу өсөн ҡупшы йорт та, өҫтәлдә шыжлап ултырған самауыр ҙа, тәмле ҡоймаҡ та бар! Ә ҡунаҡтарҙы барыбыҙға яҡшы таныш крокодил Гена сәләмләй. Йортҡа аяҡ баҫҡан күрше-күләндең кәйефен күтәрергә күп кәрәкмәй, әкиәт геройҙарын күреү менән күңелдәре күтәрелә, йомошлайһы йомоштары ла онотола, һәр береһе Яңы йылдың имен килеүен теләп, хужаларға рәхмәт белдерә.

Инна Нуруллина фотоһы.

Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...
Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...
Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...
Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...
Самауыр шыжлай, ҡоймаҡ бешкән...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас