Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы егете, йырсы Рәфис Сирусин, Яңы йыл байрамында ауылға ҡайтып, санаға ат егеп, янына гармунсыны ултыртып, йырлай-йырлай урамдарҙан елдереп үткән. Ул элекке осорҙарҙы һағынып, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙма ҡалдырған: "Ҡышҡы көндә ҡарлы юлдан ҡыңғыраулы аттар сапҡанын һағынып иҫкә алырға ғына ҡалып бара, дуҫтар! Әйҙәгеҙ әле Әнғәм Атнабаев менән Вәсил Хәбисламов ижад иткән үлемһеҙ йырҙы тағы бер тыңлап, шул күңелле саҡтарға урап ҡайтайыҡ!"
Ысынлап та, һағындыра шул ваҡыттар, эйеме? Бала, үҫмер саҡта, йәшлек осоронда аҙ йөрөнөкмө ошолай уҡыуға ла, эшкә лә, күңел асыуға ла... Урманға ла, күрше ауылға ла... Ҡунаҡҡа ла, туйға ла... Йә, шундай күңелле ваҡиғаларҙы бәйән итегеҙ әле, дуҫтар.
Рәфис йырлап бөтмәһә лә, матур хәтирәләргә сумып, һәр кемебеҙ ошо йырҙы башҡарып ҡуяйыҡ. Тексын тәҡдим итәбеҙ.
ЕҘ ҠЫҢҒЫРАУ МОҢДАРЫ
Урап-урап ҡарҙар күмә
Ҡыштың оҙон юлдарын,
Сың-сың итә, ел туҙғыта
Еҙ ҡыңғырау моңдарын.
Еҙ ҡыңғырау, көмөш моңдар
Уйлата һинең хаҡта,
Һинең хаҡтағы уйҙарым
Йәшлеккә алып ҡайта,
Уйлата һинең хаҡта.
Еҙ ҡыңғырау моңдарында
Үткәндең тауыштары,
Осрашыуҙар, ҡауышыуҙар,
Айырылыу һағыштары,
Үткәндең тауыштары.
Сың-сың итә, ел туҙғыта
Еҙ ҡыңғырау моңдарын.
Ҡайҙа алып бара икән
Ҡышҡы оҙон юлдарым?
Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына,
Килер инем йәшлегемдән
Тик һине алып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына.
Фото һәм видео сығанағы: https://vk.com/sirusin98