"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә иғлан ителгән конкурста ҡатнашыусылар менән яҡындан таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был яҙмала һүҙебеҙ - Әбйәлил районының Байым ауылы оҫтаһы тураһында.
Беҙгә фото һәм видеояҙманы Әбйәлил районынан Динис Исмәғилев ебәргән.
"Конкурс хаҡында уҡығас та, әсәйемдең үҙе эшләгән ҡар һындарын тиҙ арала фотоға төшөрөп һалырға булдым. Әсәйем Люциә Исмәғилева беҙгә, балаларына, йыл һайын Яңы йыл кәйефе бүләк итә. Йортобоҙҙоң эсен дә, тышын да төрлө гирляндалар менән балҡыта, шыршы ултырта, үҙе ҡарҙан төрлө һындар яһай. Беҙ, дүрт улы - Динис, Радмир, Лидар, Динар - ярҙамлаштыҡ: ҡар ташыныҡ, һыу ҡойҙоҡ, Ҡыш бабайҙы буяныҡ. Күмәкләп эшләгәс, тиҙ ҙә, күңелле лә булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте.
Ҡәҙерле әсәйебеҙҙең тыуған көнө - 13 ғинуар, шуға күрә был конкурста еңеп, уға ҙур бүләк эшләгебеҙ килә. Ҡәҙерле дуҫтар, беҙҙең өсөн тауыштырығыҙҙы йәлләмәһәгеҙ ине", - тип яҙған Динис.
Уңыштар һеҙгә, Әбйәлил оҫталары!
Фото: Динис Исмәғилев.