Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2023, 12:30

Яҡындарығыҙға яратыуығыҙҙы әйтегеҙ

Андрей Назаров Раштыуа байрамы уңайынан теләктәрен еткерҙе.

Яҡындарығыҙға яратыуығыҙҙы әйтегеҙ
Яҡындарығыҙға яратыуығыҙҙы әйтегеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Раштыуа байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен яҙҙы.

"Республикабыҙҙың православие христиандарын ысын күңелдән иң яҡты байрамдарҙың береһе - Раштыуа байрамы менән ҡотлайым! Был көндөң мәғәнәһе бик үҙенсәлекле: ул күңелдәрҙе шатлыҡ менән тултыра, изге һүҙҙәрҙең һәм ғәмәлдәрҙең көсөн, мөһимлеген иҫкә төшөрә, ышанысын юғалтҡан кешегә өмөт бирә. Раштыуала беҙ туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға иң йылы һүҙҙәрҙе әйтәбеҙ, уларға ярҙам итәбеҙ, ҡосаҡлап, йәнә бер мәртәбә ныҡ яратыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Һәм был бик ҙур мәғәнәгә эйә!

Бөгөн яҡындарыбыҙҙың барыһын да хәтергә төшөрәйек. Атай-әсәй, өләсәй-олатайҙар янына барырға, шылтыратырға, туғандарҙың хәлен белешергә саҡырам. Балаларға, һинең барыһы ла мотлаҡ килеп сығасаҡ, тип йәнә әйтһәгеҙ ине. Үпкәләгән кешеләрҙе ғәфү итегеҙ.

Тормош – аңлата алмаҫлыҡ ҙур бүләк. Беҙ нимәлер артынан һәр саҡ ҡыуабыҙ, ә төп байлығыбыҙҙың йыш ҡына ҡулды һуҙған урында, бер сәғәт арауығында, телефон һандары йыйылмаһынан алып туғаныңдың тауышына тиклемге секундтарҙа булыуын онотабыҙ. Онотмағыҙ был хаҡта! Хазинағыҙҙы һаҡлағыҙ!

Мин һәр яҡташыма һаулыҡ, бәхет теләйем, изге, ғәҙел булып ҡалыуҙарын, яратыуҙарын һәм һөйөклө булыуҙарын теләйем. Байрам менән!" - тиелә яҙмала.

Фото: Андрей Назаровтың социаль сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: