Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ғинуар 2023, 13:00

"Атайым менән бергә барам!.."

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Аргентиналағы Аконкагуа тауына менергә юлланды. Уны ғаиләһенең нисек оҙатыуы хаҡында - яҙмала.

"Атайым менән бергә барам!.."
"Атайым менән бергә барам!.."

Билдәле блогер, Өфө ҡалаһы мэры кәңәшсеһе Рөстәм Нәбиев сираттағы сәфәренә юлланды: Аргентиналағы Аконкагуа тауына күтәреләсәк (бейеклеге - 6, 959 метр). Был хаҡта ул Телеграм-каналында хәбәр итте.

Рөстәм Нәбиевте ғаиләһе Өфө аэропортында оҙатып ҡалған. Ҡатыны яҙыуынса, ҡыҙҙары Әминә атаһы менән бергә китергә теләп, уның алдынан төшмәгән, илата-илата саҡ айырып алғандар. "Атаһы ҡуҙғалғансы уның алдында ултырҙы, Софья менән икебеҙҙе ҡалдырып китергә лә әҙер ине", - тип яҙған Индира Нәбиева.

Бөгөн төндә билдәле блогер Мәскәүгә барып еткәне, оҙаҡламай поезда Минск ҡалаһына юлланасағы тураһында хәбәр итте. "Бер ҙә борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Мин аяҡтарымды юғалтҡанмын, ә башымды түгел", - тип яҙған ул.

Рөстәмдең юлы уң булыуын, маҡсатына өлгәшеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Видеояҙмалар Р. Нәбиевтең телеграм-каналынан, фото - скриншот.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: