Конкурста ҡатнашҡан сираттағы бәйгесебеҙ - Тәтешле районының Аҡсәйет ауылынан Филариса Хужина.
"Йыл һайын Яңы йыл алдынан йортобоҙ үҙе бер мөғжизәле донъяны хәтерләтә. Ирем менән ейәндәрем шыршы биҙәй, гирляндалар элә. Мин үҙем ҡарҙан төрлө һындар, әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу эшләп ултыртам. Иң мауыҡтырғысы - уларҙы төрлө төҫтәргә буяу. Бигерәк тә сағыуҙарына өҫтөнлөк бирәм", - ти Тәтешле оҫтаһы.
Ысынлап та, Филариса Хужинаның ҡарҙан эшләнгән һындары тере кеүек. Оҫта уларҙы шул тиклем килештереп "кейендергән" һәм биҙәгән. Беҙгә ебәргән фотоларының аҫтына түбәндәге шиғыр юлдарын да яҙған.
Елеп килә Ҡуян йылы,
Ҡаршы сығып алайыҡ.
Үҙе кеүек аҡ күңелле,
Йомшаҡ ҡына булайыҡ!
Күгебеҙ ап-аяҙ булһын,
Таралһын ҡара болот.
Дуҫ булып татыу йәшәйек,
Туғандай берҙәм булып!
Афарин, Тәтешле оҫтаһы! Уңыштар һеҙгә!
Филариса Хужина фотолары.