-1 °С
Ҡар
Бөгөн Әбйәлил районының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү залында йылдың тәүге сабыйы теркәлгән. Арыҫлан атлы егет ике ағаһына ҡыуаныс өҫтәп, Ләйлә һәм Рифат Итекәевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө малай булып донъяға килгән. Сабый 29 декабрҙә 10 сәғәт 37 минутта тыуған. Бәпәйҙең буйы 52 см, ауырлығы 3140 кг.
ЗАГС начальнигы Фәриҙә Әхмәтова бәхетле ата-әсәләрҙе ҡотлап, уларға тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ һәм бүләк тапшырған.
Фото: "Осҡон" гәзитенән.