Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2023, 15:15

Ҡар даими көрәлергә тейеш

Башҡортостан Волга буйы федераль округында - лидер

Ҡар даими көрәлергә тейеш
Ҡар даими көрәлергә тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикабыҙҙың муниципаль берәмектәре хакимиәте башлыҡтары менән кәңәшмә үткәргән. Унда яңы йыл байрамдары осоронда торлаҡ-коммуналь тармаҡтағы проблемалы мәсьәләләр тикшерелгән. Үткән яңы йыл байрамдарында республикабыҙҙың муниципаль берәмектәренең коммуналь хеҙмәттәре штат режимында эшләгән. 2022 йылда, 2021 йыл менән сағыштырғанда, коммуналь хеҙмәттәрҙә авариялар һаны 50 процентҡа кәмегән.

– Авариялар буйынса, федераль рейтингҡа ярашлы, республикабыҙ уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса иң әҙ күрһәткестәр менән Волга буйы федераль округындағы төбәктәр араһында лидер булған, ә Рәсәй төбәктәре араһында – 20-се урында, – тип билдәләгән Андрей Назаров.

Андрей Геннадьевич әйтеүенсә, ихаталар ҡарҙан даими көрәлеп торорға тейеш. Был иң беренсе халыҡтың хәүефһеҙлегенә бәйле. Ҡарарҙарҙы тиҙ һәм оперативно ҡабул итергә кәрәк. Килеп тыуған мәсьәлә өҫтәмә коммуналь техникаһын һатып алыу тураһында һөйләй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.     

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: