Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2023, 19:00

"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"

Исламбай халҡы ярҙамға мохтаж ауылдаштарын яңғыҙ ҡалдырмай.

"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
Бөрйән районының Исламбай ауылында яңғыҙ-ярым донъя көткән оло йәштәгеләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү эше яҡшы ойошторолған. Быйыл тағы улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан ике ғаилә шефлыҡҡа алынған.
 
Изге фекер, ғәҙәттә, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре тарафынан башланғыс ала ла ихлас, эскерһеҙ яҡташтар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был тәңгәлдә ауылдың ветерандар советына етәкселек иткән Заһит Мырҙағоловты айырып билдәләп үтергә кәрәк. Ошодай сараларҙа ул башлап йөрөй, эште йәһәт ойоштора белә. "Ярҙам итергә үҙҙәре үк теләк белдереп торған ир-егеттәрҙе туплауы бер ҙә ҡыйын түгел", - ти ул баҫалҡы ғына.
 
Ҡышҡы оҙон байрам көндәрен дә улар файҙалы үткәргән: яуҙағы егеттәрҙең яҡындарының ауыр эштәрен башҡарып шатландырғандар. Китапхана мөдире Флүзә Әхмәтйәнова ниндәй ярҙам кәрәклеген белешеп, ауыл әүҙемселәренә яҙған, ә улар үҙ сиратында тиҙ генә йыйылып килеп тә еткән. Яңғыҙ әсәнең бесәнен урмандан килтерергә кәрәк була. Өс трактор тәрән ҡарҙы йырып урманға юллана һәм кискә малға аҙыҡты килтереп тә еткерәләр. Икенсе төркөм ир-егеттәр Әҙелбаевтарҙың үтенесен башҡара: өй, башҡа ҡоролма баштарын, ишек алдын ҡарҙан таҙарта. Күмәк кешегә эш тә ҡарышмай, ҡуйылған бурыс тиҙ арала атҡарылып, ике яҡ та эштән ҡәнәғәт ҡала.
 
Ярҙам күреүселәр егеттәргә исәнлек-һаулыҡ теләп, рәхмәттәрен белдерһә, изгелек ҡылыусылар: "Яуҙағы егеттәр ата-әсәләре өсөн борсолмаһын, беҙ уларҙы яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ. Үҙҙәре иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын", - ти.
 
Фото: Исламбай ауылы китапханаһы төркөмө. 
"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
"Егеттәр, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: