Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2023, 15:15

Өшөмәй!

Кем шундай креатив кеше икән?

Өшөмәй!
Өшөмәй!

Һуңғы көндәрҙәге сатлама һыуыҡтар күптәрҙең тормош ағышын бер әҙ әкренәйтте. Әммә ауылда тормош туҡтамай. Һыуыҡ тип тормай, һыйыр быҙаулаған. 45 градуслыҡ һыуыҡта малҡайға һыуыҡ, әлбиттә, әммә креатив ҡарашлы ауыл кешеһе юғалып ҡалмаған.

Был фотоһүрәткә йылмаймайынса ҡарамау мөмкин түгел. Уның менән күптән түгел генә Ишембай районының “Торатау” гәзите уртаҡлашты. Баҡһаң, фототы Гүзәл Насретдинова тигән кеше ебәргән икән. Ул райондың Кинйәбулат ауылында йәшәгән Рәсимә апаһының яңы тыуған быҙауын ебәргән.

Ә һеҙ яңы тыуған быҙау, бәрәстәрҙе һалҡындарҙан нисек һаҡлайһығыҙ? 

Фото: "Торатау" гәзите. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: