-15 °С
Болотло
Була бит шундай оҫталар: ҡулдарынан мөғжизәле һындар әүәлә, иҫ киткес Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йыл "хужалары" хасил була, йорт алды илаһи һәм сихри бер күренешкә әйләнә. Шундай оҫталарҙың береһе - Салауат районы Таймый ауылында йәшәй. Илфат Ғәлимов үҙенең ғаиләһе менән йыл һайын Яңы йыл алдынан йорт алдына ҡарҙан төрлө һындар эшләй, уны биҙәй һәм яҡтырта. Тирә-яҡҡа йәм һәм нур биреп ултырған йорт ауылдаштарына Яңы йыл кәйефе өҫтәй, күңелдәрен күтәрә.
Фото: "Салауат ерендә" гәзитенән.