Юлда бәләгә тарыған водитель социаль селтәрҙә ярҙамға килгән юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәт белдергән.
“Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Вадим һәм Ринатҡа ярҙамдары һәм ҡыйыулыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Ҡырҡ градуслыҡ һыуыҡта автомобилдең тәгәрмәсе шартланы. Ҡул күтәреп, ярҙамға саҡырып ҡараһам да, бер кем туҡтаманы, миндә бер кемдең эше юҡ! Ҡурҡыуға төштөм тип әйтеү генә аҙ булыр, сөнки машина эсендә һеңлем, әсәйем һәм балам! Бәхеткә ҡаршы, юл-патруль хеҙмәткәрҙәре килеп сыҡты, улар сәғәт ярым ваҡыт буйына беҙгә ярҙам итергә тырышты. Һөйәккә тиклем ҡалтырап туңдым, егеттәр мине йылытырға теләп үҙҙәренең машинаһына ултыртты. Баҡһаң, һиҙгер һәм изге кешеләр бар икән, был миндә ҙур өмөттәр уятты”, – тип яҙа ханым.
"Автомобиль хужабикәһе лә, уның яҡындары ла иҫән-һау", тип хәбәр итә "Башинформ".Ярҙамға килгән егеттәргә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Ксения Калинина фотоһы.