Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тикшерелде.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, 2019 йылдан Башҡортостандан 27 проект конкурс лауреаты булды. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йәлеп ителгән аҡсаның дөйөм күләме 2,2 миллиард һумдан ашҡан.
"Бөтә төҙөкләндереү концепциялары ла халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерләнгән, – тине Ирина Голованова. – 2022 йылда Белоретта, Баймаҡта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Сибайҙа һәм Учалыла, шулай уҡ Воскресенск, Йылайыр ауылдарында конкурс проекттарын тамамланыҡ".
Республика архитекторҙарының дизайн идеялары халыҡ-ара һәм федераль конкурстарҙа призлы урындар яулай. Мәҫәлән, былтыр Белоретта паркты төҙөкләндереү буйынса “Офоҡ аръяғына уҙ” проектын Парижда "BLT Built Design Awards 2022" конкурсында билдәләнеләр. Ә “Йылайырҙы үҙгәртеү” проекты “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” VI Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Шунлыҡтан Йылайыр ауылы артабан төҙөкләндереү өсөн федераль бюджеттан 18 миллион һум күләмендә грант алды.
2023 йылда республикала Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Күмертауҙа, Межгорьела, Стәрлетамаҡта, Туймазыла йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе дауам итәләр. Был эште 1 авгусҡа тиклем тамамлау планлаштырыла.
Бынан тыш, 2022 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу эшенә тотоналар. Был проекттар Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Яңауылда, Мәләүездә тормошҡа ашырыла. Уларға бөтәһе 435 миллион һум федераль аҡса йүнәлтелә.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институтына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт. Бөтә Рәсәй конкурсында йыл һайын ҡатнашыу беҙгә 27 еңеү алып килде. Был - ил төбәктәре араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы менән берлектә Мәләүез районында Воскресенск баҡыр иретеү заводы бинаһын һаҡлау буйынса сараларҙы уйларға, йәнә Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты менән берлектә Ғафури районының Красноусол ауылында элекке быяла заводы биләмәһен төҙөкләндереү концепцияһын әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.