Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 08:00

40 градуслыҡ һыуыҡта ярым яланғас йүгерә

Кешеләр был күренешкә аптырамай, сөнки... 

40 градуслыҡ һыуыҡта ярым яланғас йүгерә
40 градуслыҡ һыуыҡта ярым яланғас йүгерә

Бәләбәй халҡы 35-40 градуслыҡ һыуыҡта ярым шәрә килеш урам буйлап йүгергән ирҙе видеоға төшөргән. Сатлама һыуыҡта ярым яланғас килеш йүгереүе етмәгән, ул хатта этен дә эйәрткән.

Интернет селтәрендә видеояҙманы күреп, күптәр был хәлгә аптырауын белдерә, шул уҡ ваҡытта һоҡланыусылар ҙа юҡ түгел. Ә бәләбәйҙәр иһә яҡташына маҡтауҙар яуҙыра, сөнки улар был кешенең элек-электән йүгереү менән шөғөлләнеүен яҡшы белә.

“Көн дә тиерлек күрәбеҙ. Төрлө урында осрай. Йүгерһен әйҙә, бер кемгә лә ҡамасауламай бит. Афарин!” - тип яҙа улар.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Видео: vk.com/bashkortostanim

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: