“Алйот – сүп үләне, аҡыллы – уңыш, аңлы кеше тупраҡ үҫтерер” тигән ҡытай халыҡ мәҡәле бар. Заман кешеһе эсәр һыуҙың, һулар һауаның таҙалығы менән ҡыҙыҡһынһа ла, тупраҡтың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында уйланмай.
1990 йылдарҙа “тупраҡтың сифаты” һүҙбәйләнеше йыш ҡулланыла ине, “2000 йылдарҙа тупраҡтың сәләмәтлеге” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Тупраҡты йәнле система кеүек ҡабул итергә кәрәк. Үҫемлектәрҙең тамырҙары микроорганизмдар ҡоршауында тереклек итә. Улары тупраҡтағы туҡлыҡлы матдәләрҙе үҫемлектәргә үҙләштерергә ярҙамлаша, тупраҡ менән үҫемлек араһында аралашсы ролен үтәй. Уларҙың йоғонтоһон йылы ҡанлыларҙың аш һеңдереү системаһында файҙалы бактериялар эшмәкәрлеге менән сағыштырырға була.
Тәбиғәттә ҡоротҡос бөжәктәр, ҡый үләндәре, үҫемлектәрҙең сирҙәрен булдырған вирустар, бактериялар һәр ваҡыт бар һәм булырға тейеш. Беҙ уларҙың популяцияларының артып китеүен күпселек тәбиғәт шарттары менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Ысынында иһә кеше ошо сирҙәрҙең йәки ҡоротҡостарҙың сикһеҙ күбәйеүенә үҙе сәбәпсе, был уның дөрөҫ эшмәкәрлек алып бармауы арҡаһында этәргес көс булып тора. Тупраҡтың ярлы булыуы уңышты түбәнәйтеп кенә ҡалмай, үҫемлектәрҙең сәләмәтлегенә лә йоғонто яһай.
Тупраҡтың гумус ҡатламы тәбиғи-климатик шарттарға һәм тупраҡтың төрөнә генә түгел, ер эшкәртеү культураһына ла бәйле. Мәҫәлән, 2021 йылғы агрохимстанция хеҙмәте белешмәһе буйынса, Ғафури районында уртаса гумус күрһәткесе 8,1 процент тәшкил итә. Иң юғары гумус – “Сатурн” крәҫтиән хужалығында, шуға ла был хужалыҡта тотороҡло, юғары уңыш алына. Уңыштың сифаты ла һәйбәт. Гумус тупраҡта ауыр металдар, радионуклидтар һәм башҡа зыянлы матдәләрҙең тарҡалыуына булышлыҡ итә. Бындай ерҙә тупраҡта үҫемлектәр сирләмәй, уларҙың тамыр системаһы көслө була.
Шулай уҡ тупраҡтың әселегенә (рН) иғтибар итеү мөһим. Тупраҡ әсе булғанда үҫемлектәр фосфор, калий, кальцийҙы насар үҙләштерә. Бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрө, ужым бойҙайы, арпа, борсаҡ, кукуруз быға ныҡ һиҙгер. Гумус ҡатламы түбән булған, әсе тупраҡлы ерҙә ямғыр селәүсендәрен осратырмын, тимә. Ямғыр селәүсендәре – тупраҡтың табиптары. Улар үҫемлек ҡалдыҡтары, бактериялар, бәшмәктәр һәм уларҙың атымсалары, хатта ҡайһы бер төр нематодалар менән туҡлана һәм тупраҡты аминокислота, антибиотик, төрлө фермент, биологик әүҙем матдәләр менән байыта.
Дөрөҫ сәсеү әйләнеше булдырыу – таҙа пар, сидераль пар ерҙәре, ҡуҙаҡлы культуралар майҙанын арттырыу тупраҡтың сәләмәтлек торошон күтәрә. Шуныһы ҡыуаныслы: былтыр һәр хужалыҡта тип әйтерлек пар баҫыуҙары булдырылып, ужым культуралары сәсеү өсөн тейешле тәрбиә алып барылды. Соя культураһының майҙаны артты. Пар ҡалдырмау, сәсеү әйләнешенә иғтибар итмәү ерҙең арыуына килтерә. Сүп үләндәре, ҡоротҡостар, үҫемлек сирҙәренә ҡаршы көрәшеү ауырлаша, өҫтәмә сығымдар талап итә. Сәсеү әйләнешендә көнбағыш культураһы булған осраҡта ерҙе парға ҡалдырыу мотлаҡ. Сәләмәт тупраҡта ғына киләһе уңыш өсөн яҡшы орлоҡ әҙерләп була. Орлоҡтоң төрлө йоғошло сирҙәре яҙ, тынлыҡ осоро тамамланғас, әүҙемләшә. Арпа культураһы бигерәк тә сирҙәргә һиҙгер, шытымы, сығышы түбәнәйеп, сәсеү алдынан орлоҡһоҙ ҡалырға мөмкин.
Ашламалар күпме уңыш алырға иҫәп тотолоуына, тупраҡтағы макро һәм микроэлементтарҙың күләменә ҡарап индерелергә тейеш. Ашламаны артыҡ индерергә лә ярамай, продукцияның сифатына тәьҫир итә. Мәҫәлән, йәшелсә оҙаҡ һаҡланмай. Биогеоценоз йәки туҡланыу сылбыры буйынса, үҫемлек ниндәйҙер матдәне тупраҡтан алып еткермәй йә иһә, киреһенсә, ул артыҡ икән, тимәк, артабан уның менән туҡланған организмдарҙа ла сағыласаҡ.
Ауыл хужалығында ергә ҡарата иғтибар һәм хөрмәт булһа, хеҙмәт дөрөҫ йүнәлештә алып барылһа, тупраҡтың сәләмәтлеге менән бергә кешелектең һаулығы ла яҡшыра. Тупраҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыу – ул киләсәк быуынды хәстәрләү, беҙҙең мәҙәниәт кимәле ул.
Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА