Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 10:00

Береһе - Венер, икенсеһе - Венера

“Йым-йым итә уттары, мең төҫтәрҙә балҡый йорттары" конкурсында Учалы районының Ҡотой ауылынан Венера һәм Венер Сәйфитдиновтар ҙа ҡатнаша.

Береһе - Венер, икенсеһе - Венера
Береһе - Венер, икенсеһе - Венера

Төркөмөбөҙҙә “Йым-йым итә уттары, мең төҫтәрҙә балҡый йорттары" исемле конкурс иғлан иткәйнек. Әле иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Бөгөнгө геройҙарыбыҙ - Учалы районының Ҡотой ауылынан Венера һәм Венер Сәйфитдиновтар. Улар биш балаға ғүмер биргән. 

Йорт хужабикәһе Венера ханым әйтеүенсә, бөтә фигураларҙы - ат, сана, Ҡыш бабайҙы үҙ ҡулдары менән эшләгәндәр. Иптәше менән өлкән улдары йорттоң тыш яғын гирлянда менән биҙәгән.

- Йыл һайын балаларыбыҙға күңелле булһын һәм Яңы йыл кәйефен тыуҙырыу өсөн ҡар һындары, тау өйөмөнән һырғалаҡ эшләйбеҙ. Йортобоҙҙоң эсен дә, тышын да гирляндалар менән балҡытып ҡуябыҙ. Балалар каникул ваҡытында рәхәтләнеп уйнай, уларҙың шат тауыштарын ишетеү - беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс, - ти Венера Сәйфитдинова.

Учалы районының Ҡотой ауылы оҫталарына тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, уның өсөн "Башҡортостан" гәзите төркөмөнә инергә һәм конкурс шарттары менән танышып, үҙ тауышығыҙҙы биреү ҙә етә.

Фото: Венера Сәйфетдинова.

Береһе - Венер, икенсеһе - Венера
Береһе - Венер, икенсеһе - Венера
Береһе - Венер, икенсеһе - Венера
Береһе - Венер, икенсеһе - Венера
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: