

“Ауылдағы күптән инде емерелгән йортҡа һалым килә. Нимә эшләргә була?
Рәмил СӘЙЕТОВ.
Салауат ҡалаһы”.
Һалым объектының юҡлығы тураһында инспекцияға ғариза яҙығыҙ. Юҡһа, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан был объектты бөтөрөү һәм уны биләү хоҡуғын туҡтатыу хаҡында мәғлүмәтте индергәнгә тиклем һалым һалынасаҡ.
Ғариза менән бергә мөлкәтте раҫлаған документтар (торлаҡ фондының техник иҫәбе органдары биргән документтар, тикшереү акттары, капиталь төҙөлөш объектының һүтеү хаҡында белдереү ҡағыҙы һәм башҡа документтар) тапшырырға кәрәк.
Һалым органы мәғлүмәтте раҫлағандан һуң, һеҙгә һалым объектының юҡҡа сығыуына йәки һүтелеүенә бәйле һалым һалыуҙы туҡтатыу хаҡында белдереү ҡағыҙы ебәрәсәк. Мәғлүмәт раҫланмаған осраҡта быға нигеҙ булмауы тураһында хәбәр киләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының “ҡыҙыу элемтә” телефоны аша алырға була: +7(347)226-38-00.
Лилиә НУРЕТДИНОВА