Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 02:00

Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?

Йыл символы булған шешҡолаҡ күптәрҙең күңеленә хуш килгән.  

Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?
Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?

Башланып торған 2023 йыл символын – һеҙ фотоһүрәттә күргән ҙур ҡуянды Күмертау ҡалаһындағы 58-се янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Был һынды ҡотҡарыусылар ҡарҙан яһап, буяған. Шешҡолаҡ күптәрҙең күңеленә хуш килгән. 

Күмертау халҡы әйтеүенсә, был янғын-ҡотҡарыу часында йыл символы булған йәнлекте эшләү йолаһы бар. Әйткәндәй, улар яһаған ҡар һындар үҙенсәлекле, матур булыуы менән айырыла. Быйыл да Күмертау ҡотҡарыусылары матур традицияға тоғролоҡ һаҡлаған.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/mchsrb

Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?
Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?
Иң ҙур Ҡуянды кем эшләгән?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас