Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 16:36

Кәзә мал түгел тиһәләр ҙә...

Боронораҡ халыҡ уны малға ла иҫәпләмәгән, кәзә аҫрау фәҡирлек билдәһе һаналған. “Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы”, “Күршең менән асыуланышҡың килһә, кәзә аҫра” кеүек кире мәғәнәле мәҡәл-әйтемдәр быға дәлил.

Ә һуңғы йылдарҙа кәзәнең абруйы, киреһенсә, ныҡ күтәрелде. Яҡтыкүл ауылында йәшәгән Алтынбикә Ҡам­булатова хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған нигеҙенә ике йыл элек ҡайтып, кәзә үрсетә башлай.

Йәш ҡыҙҙар кеүек етеҙ, һомғол кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән  апай беҙҙе ишек алдында ҡаршы алды. Ауылда 15-ләп кенә өйҙә кеше йәшәй, күбеһе – өлкәндәр. Һаулығына зарлан­мағандар мал тота әле. Ауылда йәшәп нисек мал аҫрамаҫҡа була? Хужабикә күберәк һөтлө тоҡомға өҫтөнлөк бирә. Бөгөн уның ихатаһында, ҡош-ҡорттан тыш, ике тиҫтәгә яҡын кәзә бар. Ейәне Роберт менән уларға исемдәр ҙә  ҡушҡан. Миләш, Ромашка, Ландыш – яратып ҡына аҫрағанға ла улар сәскә исемен йөрөтә.

“Нимәгә ул һиңә кәзә? Телевизор ҡарап, өйҙә генә ятһаң ни була?” – үҙ усағын ҡорған Рифат, Илдар, Фәнүр улдары юҡ-юҡ та әсәйҙәрен йәлләп кәңәш бирә. Хәрәкәттә бәрәкәт икәнен йәштәр аңлап еткермәй. Өлкәне Өфө яғында төпләнгән, уртансыһы – Сорғот ҡала­һында, бәләкәйе Мәләүездә йәшәй.

Ире иртә баҡыйлыҡҡа күскәс, Алтынбикә апайға ауыл тормошо еңел  бирелмәй, әммә ул һыр бирә тор­ғандарҙан түгел. “Аллаға шөкөр, бар һаныбыҙ теүәл, балаларға бәлә һалырға тейеш түгелбеҙ. Ҡунаҡҡа ҡайтып, ярҙам итергә тырышалар икән, шуныһына рәхмәт”, – ти ул.

Кәзә һөтөнөң файҙаһын аңлаған хужабикә, был малды тотоу һыйыр аҫрауға ҡарағанда күпкә отошлораҡ, тип иҫәпләй. “Ҡатығын ойотам, ҡоротон эшләйем. Минераль ашламалар заводында эшләгәндә, ҡымыҙ эшләп һата инем. Кәзә тәм-том ашарға ярата, үләндең сәскәһен генә өҙөп ала, һайланып ҡына ашай. Шуға ла һөтө бик файҙалы, тәмле, бер ниндәй ят еҫ килмәй. Беҙҙең организм өсөн кәрәкле керән япрағы, һары мәтрүшкә, әрем, тырнаҡ гөлө һәм күп төрлө дарыу үләндәрен ашай. Һоло, кәбеҫтә, картуфтан да баш тартмай. Үләндәрҙең файҙалы сифаты һөткә күсеп, беҙҙе дауалай”, – ти Алтынбикә апай.

Әйткәндәй, кәзә аҫрауҙы  күптәр хобби итеп ҡарай. Бер тапҡыр уны үрсетергә баҙнат иткәнһең икән, һин унан баш тарта алмайһың. Бәрәстәренең үрле-ҡырлы һикереп уйнағанын күреп, нисек итеп ул малҡайҙарҙы яратмайһың? Социаль селтәрҙәрҙә улар үҙенең чатын булдырған, бер-береһе менән аралаша,  кәңәш биреп, сирҙәрен дауаларға, тоҡомдарға айырырға өйрәнә.

Табиптар яман шештән интегеүсе­ләргә, химия терапияһы үткәндән һуң, 10-15 көн кәзә һөтө эсергә кәңәш итә.

Ул һөйәк һынғанда туҡымаларҙың тиҙерәк ялғаныуына ла ярҙам итә. Сос­тавында тимер һыйыр һөтөндәгенә ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. Ул өс тапҡыр еңелерәк үҙләштерелә.

Аллергиянан йонсоғанда ла ҡурҡмай ҡулланырға мөмкин. Лактозаны организмы ҡабул итмәгәндәр ҙә эсә ала: уның һөтөндә был матдә һыйырҙыҡынан 13 процентҡа кәмерәк,  аҡһымды организм тулыһынса үҙләштерә.  Эсемлектә йөрәк ритмын яйға һалырға ярҙам иткән калий күп. Ашҡаҙан һутының ҡырҡыу­лығын нейтралләштерә.

Псориаз булғанда кәзә һөтөн талғын утта ике-биш минут ҡайнатҡас, икенсе һауытҡа бушаталар. Кәстрүл ситенә йәбешеп ҡалған шекәрәне зарарланған урынға һөртәләр.

Әҡлимә ИМАМОВА

 Мәләүез районы.

Читайте нас: