“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” федераль бюджет учреждениеһының Башҡортостан буйынса филиалы Мәләүез районы бүлегенең әйҙәүсе агрономы Рәмилә Әҙиәтуллина дүртенсе тиҫтә йыл инде үҙенең һөнәренә тоғро ҡала.
Сәскәләр үҫтерергә яратҡан ҡыҙ VIII класты тамамлағас, 1978 йылда, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Йәштән йыраҡҡа сығып киткәнгә һағынып илаған мәлдәре лә булғандыр, шулай ҙа уҡыған йылдарын бик бәхетле заман итеп хәтерләй ханым. “Курста көслө белгестәр уҡып сыҡты, бөгөн арабыҙҙа ҙур хужалыҡ етәкселәре лә бар. Ҡасандыр йыл һайын осрашып торорға һүҙ бирешкәйнек, төркөмдәштәребеҙ әле лә дуҫлыҡты өҙмәй, йылдар үтһә лә, һаман хәл-әхүәл белешеп торабыҙ”, – ти Рәмилә Нәғим ҡыҙы.
Икенсе яртыһын да белем алған осорҙа тап итә ул. Курсташы Дүртөйлө районының Ҡораласыҡ ауылы егете Илгиз Әҙиәтуллин менән сәсен сәскә бәйләй. Ипле, эшһөйәр, әҙәпле, белемле тормош иптәшен тап итә Рәмилә апай. “Ҡатын-ҡыҙ өсөн ир бәхетен тойоу, атай-олатай тәрбиәһен алыу бик мөһим. Атайым Нәғим Рәхим улы Рафиҡов Дәүләтҡол ауылынан, мин тыумаҫ борон мәрхүм булған, әсәйем Зәйтүнә Шәрип ҡыҙы һәм Рабиға өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем”, – ти ул.
Тәүфиҡлы, тәрбиәле ғаилә ҡартайған өләсәйҙәре янына Мәләүезгә ҡайтып төпләнә. Матур ғаиләлә Эльвира исемле ҡыҙ менән Илмир исемле ул донъяға килә. Бөгөн улар, юғары белем алып, береһе – Өфөлә, икенсеһе Мәскәү өлкәһендә төпләнгән. Ейәнсәре Диана уңыштары менән шатландыра. Йәй көндәрендә Әҙиәтуллиндарҙың йорт ихатаһы бигерәк йәмле, йәнле һәм күңелле була. Күркәм баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, мул уңыш алып шатланалар, сәскәләр иһә һәр саҡ күҙҙең яуын алып тора.
Дүртенсе тиҫтә йыл әйҙәүсе белгес булып эшләгән геройыбыҙ эше тураһында тәфсирләп һөйләргә әҙер. "Райондағы элиталы орлоҡ етештергән хужалыҡтарҙан “Трудовик", Салауат исемендәге, “Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһын, “Иҙел" агрофирмаһын атарға була. Улар ике йыл һайын лицензияһын яңырта. Беҙ сәсеү орлоғоноң таҙалығын, дымлылығын, шытып сығыу сифатын, бәшмәк ауырыуҙарынан, ҡоротҡостарҙан зарарланыу ихтималлығын тикшерәбеҙ. Баҫыуға ҡый үләне тамыр ебәрҙеме, унан ҡотолоуы бик ауыр”, – ти белгес.
Талапсанлығы, эшенә яуаплы ҡарағаны, үҙ фекерен яҡлай алғаны, бай тәжрибәһен уртаҡлашҡаны өсөн етәкселек, хеҙмәттәштәре уны хөрмәт итә.
Фәүзиә ЗӘЙНЕТДИНОВА
Мәләүез районы.