Бөрйән районының үҙәк район дауаханаһында балалар табип-гинекологы, акушер-гинеколог булып эшләгән медицина фәндәре кандидаты Фирҙәүес Ураҙаева Ҡуян йылына ҙур өмөттәр бағлай. Халыҡты йонсотҡан сир-сор кәмер, борсолоуҙар артта ҡалыр, йыл хужаһы барыбыҙ ҙа көткән именлекте, тотороҡлолоҡто килтерер, тигән яҡты уйҙар менән йәшәй табип. Үҙе лә ошо йондоҙлоҡта тыуған әңгәмәсебеҙ яңы йылға ниндәй уй-пландар, бурыс һәм теләктәр менән аяҡ баҫты икән?
– Фирҙәүес Әсғәт ҡыҙы, оҙаҡ йылдар баш ҡалала йәшәп, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, интернатура, ординатура үтеп, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлағанһығыҙ. Республикабыҙҙың иң ҙур, абруйлы медицина учреждениеларында – 4-се бала табыу йортоноң акушер-гинекология кафедраһында, Республика клиник балалар дауаханаһында, “Меги” клиникаһында эшләп, мул тәжрибә туплағанһығыҙ. Шул ҡәҙәр ваҡыт хеҙмәт итеп, баш ҡалаға эйәләшеп, үҙ кеше булып бөткәндән һуң, тыуған яғығыҙға әйләнеп ҡайтыуығыҙға нимә сәбәпсе булды?
– Сәбәбе шул тиклем ябай: ҙур ҡалалағы ығы-зығы, шау-шыулы тынғыһыҙ тормош, көн һайын тығындарҙа ваҡыт үткәреү ныҡ ялҡытты. Тыныс тәбиғәтле, сабыр холоҡло Бөрйән ҡыҙы бит мин. Ҙур теләк менән, һағынып тыуған яғыма ҡайттым, рәхәтләнеп, ихласлыҡ менән эшкә тотондом.
– Астрологтарҙың күҙаллауҙарына ҡарағанда, ысынлап та, Ҡуян йылында тыуғандар ығы-зығыны яратмай, хәүефле аҙымдарға барыуҙан ситтәрәк тороуҙы хуп күрә. Бик тыныс, шым, үтә һиҙгер йән эйәһе икән ул...
– Уныһы шулай... Тик нисек кенә “ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына” тип уның йомшаҡ яғына төрттөрһәләр ҙә, ул ҡырағай тәбиғәттә лә үҙен төрлө йыртҡыстан һаҡлап йәшәй ала. Тормошта ла шулай уҡ. Ҡатмарлы мөхиткә яраҡлашып, үҙ һүҙен әйтә алған, уңышҡа өлгәшкән Ҡуяндар тирә-яғыбыҙ тулы. Ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы хәлдәргә юлыҡҡанда, уларҙы тыныс үткәрергә, ыңғай кәйефте, юмор тойғоһон һаҡларға, бәхәсте ҡуйыртмаҫҡа тырышам. Ғөмүмән, йылылыҡ һәм уңайлылыҡ яратҡан йомшаҡ йән эйәһе ғаиләһенә бик иғтибарлы, ғүмер баҡый мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә ынтыла, шуға күрә мин яңы йылдың тормошобоҙға гармония, именлек килтерәсәгенә ныҡ ышанам.
– Тырыш, зирәк Ҡуяндарға яңы йылда күктән көтөлмәгән уңыштар, бәхет һәм яҡшылыҡтар яуып ҡына торасаҡ, тип юрай астрологтар. Ә һеҙ ниндәй мәшәҡәттәрегеҙҙе ослап ҡуйырға уйлайһығыҙ?
– Табиптар өсөн районда эш бик күп. Балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу – төп бурыстарымдың береһе. Онкология сирҙәренең таралыуы тынысланырға ирек бирмәй. Халыҡ араһында аңлатыу эшен алып барыу менән бергә, белемемде камиллаштырырға, онколог белгеслеген алырға теләгем бик ҙур. Райондың “Таң” гәзите менән артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкмен, сирҙәрҙе иҫкәртеү, туҡланыу, балалар сәләмәтлеге буйынса мәҡәләләр яҙырға уйлайым. Ҡатын-ҡыҙҙы борсоған мәсьәләләр аҙмы ни?
– Һөнәрегеҙ хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарҙа репродуктив сәләмәтлекте – иң киҫкен медик-социаль мәсьәләләрҙең береһен хәстәрләүгә йүнәлтелгән. Бурысығыҙ ифрат киң ҡоласлы һәм яуаплы.
– Һаулыҡты һатып алып булмай. Халыҡтың репродуктив сәләмәтлеге бөтә цивилизациялы илдәрҙең мөһим проблемаһы булып тора, сөнки ул киләсәк быуындарҙың һаулығы, милләттең генофонды һаҡланыуы менән бәйле. Милли хәүефһеҙлек күрһәткесе лә ул. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һаулығын һаҡлау, тыуымды көйләү ысулдарын ҡулланыу, инфекцияларҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалау, ғаиләне планлаштырыуҙа ярҙам, аборттарҙы иҫкәртеү, енси юл менән тапшырылған сирҙәрҙән һаҡланыу, әсә һәм сабыйҙар үлемен булдырмау һәм башҡа бик күп сара репродуктив сәләмәтлек нигеҙен билдәләй. Һаулыҡты һаҡлауға хоҡуғыбыҙҙы дәүләттең үҙ граждандарына булған мөнәсәбәте билдәләй.
Бөрйәнгә эшкә ҡайтҡас, үҙәк район дауаханаһындағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп, ныҡ ҡыуандым. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған ҡиммәтле ультратауыш аппараты, маммограф, ЭХО-кардиография һәм башҡа медицина ҡорамалдары халыҡҡа даими хеҙмәт итә, табиптарҙың эшен, диагностикалауҙы еңеләйтә. Табиптарыбыҙ медицина тикшеренеүҙәрен ваҡытында үткәреп тора, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, ауылдарға лекциялар менән йөрөп, аңлатыу-иҫкәртеү эштәрен алып бара. Яңы йылға билдәләнгән бурыс һәм йөкләмәләребеҙ ҙә байтаҡ.
– Фирҙәүес Әсғәт ҡыҙы, гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Ҡуян йылы аҡыл-зиһенгә ынтылышты, ғаиләңә, яҡындарыңа иғтибарҙы арттырыуҙы талап итә. Көнсығыш календары буйынса, ул – йондоҙнамәнең 12 йыллыҡ циклында иң бәхетле осорҙарҙың береһе. Йортоғоҙға ырыҫ ҡунһын! Бының өсөн туғандар йыш осрашырға, һүҙгә килешкәндәр ярашырға, йәштәр ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә тейеш. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!
Динә АРЫҪЛАНОВА