Йәмғиәт
10 Ғинуар 2023, 09:45

"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."

“Йым-йым итә уттары, мең төҫтәрҙә балҡый йорттары" конкурсында - Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Артур Иҫәнов.

"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә...""Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."

Конкурста ҡатнашҡан сираттағы бәйгесебеҙ - Баймаҡ районының Йомаш ауылы оҫтаһы Артур Иҫәнов.

Яҡташтары Артур Иҫәновтың бар яҡлап та оҫта ҡуллы икәнлеген яҡшы белә. Ул ағастан төрлө әйберҙәр, һандыҡ, ултырғыс, өҫтәл эшләһенме, йәй көнө баҡсаһында төрлө йәшелсә-емеш үҫтерһенме, ғаиләһе менән тыуған яҡ тәбиғәте буйлап экскурсияға сыҡһынмы, йәиһә йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан йорт алдын төрлө ҡар һындарын эшләп, Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабайҙы ултыртып, йортон мең төрлө төрлө уттар менән балҡытһынмы - барыһына ла ваҡыт таба. 

"Ғаиләбеҙ менән йыл һайын Яңы йылға ишек алдын биҙәйбеҙ, хоккей майҙансығы, ҡар таусығы, боҙҙан төрлө уйынсыҡтар, әкиәт геройҙары һындарын эшләйбеҙ. Быйыл был эштә улым Батырйән дә ярҙам итте. Беҙҙең менән фотоға төшкән йыл символы булған ҡуян үҙебеҙҙеке. Йорт ҡуяндарын ит өсөн түгел, ә балаларҙы йорт хайуандарына һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү өсөн көтәбеҙ", - тип яҙған ул.

Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы тигәндәре шулдыр, күрәһең. Артур Иҫәнов үҙенең һүрәттәренә бик матур шиғыр ҙа яҙып ебәргән.

Ҡулыма алып ҡәләм
Төшөрҙөм әле һүрәт.
Яңы йылға бағышлап,
Ҡуян йылын ҡаршылап.

Яңы йылдың йылыһын
Һалдым ошо рәсемгә.
Ҡыштың ап-аҡ ҡарҙары
Шатлыҡ бирһен һәр кемгә.

Яңы йыл уңыш килтерһен,
Һәр кем булһын бәхетле.
Яңы йылда көтөп торһон
Яҡты көндәр һәр кемде.

Ҡотлайым Яңы йыл менән
Олоһон һәм кесеһен.
Ергә яуған ап-аҡ ҡарҙар
Бәхет, шатлыҡ килтерһен.

Фото һәм видео: Артур Иҫәнов.

"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
"Яңы йылдың йылыһын һалдым ошо рәсемгә..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас