+8 °С
Болотло
Асҡын районыны Ҡыйғаҙы ауылында йәшәгән 94 йәшлек Ғәниә Мөхәйәрова, йорт ихаталарын биҙәгән ауылдаштарынан ҡалышмаҫ өсөн, үҙенең ихатаһына ҡарҙан Ҡар бабай эшләп ултыртҡан.
“Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла”, – тип бушҡа йырламайҙар шул.
94 йәштә ошолай дәртле, сәмле булыуы һоҡландыра Ғәниә инәйҙең. Афарин! Артабан да әлегеләй дәртле булып ҡалығыҙ, иҫән-һау йәшәгеҙ!
Социаль селтәрҙә, был эшкә һоҡланып, инәйгә бик күп матур теләктәр яҙалар.
Фото “Бәйләнештә”ге “Что присходит в Башкирии” төркөмөнән алынды.