Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2023, 15:00

Бәрәстәр өшөмәһен тиҙәр...

Нескә күңелле хужалар яңы тыуған малҡайҙарҙы өйҙәренә индерә.

Бәрәстәр өшөмәһен тиҙәр...
Бәрәстәр өшөмәһен тиҙәр...

Ҡаты һалҡындар кешеләр генә түгел, мал-тыуар өсөн дә ҡатмарлы осор. Бигерәк тә яңы донъяға килгән быҙау, һарыҡ, кәзә бәрәстәре йәл.

Мал йәнле хужалар арабыҙҙа аҙ түгел.Ишембай районының Ҡарайған ауылынан Нурия Ғөбәйҙуллина ла һалҡындарҙа тыуған игеҙ кәзә бәрәстәрен өйҙәренә индереүҙәре тураһында белдерҙе. Әлбиттә, бәрәстәргә уңайлы – йылы ла, инәләре лә эргәлә.

Ғаилә кәзәләрҙе һөт өсөн аҫрай. Һөтөнән ҡымыҙ эшләп тә файҙаһын күрәләр.

Фото: Нурия Ғөбәйҙуллинаның шәхси архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: