Әле хаҡлы ялда булған Ильяс Муллағолов оҙаҡ йылдар балаларҙы һыҙма, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Алтын ҡуллы ир-уҙаман ҡул эшенә йәштән маһир: ағастан төрлө һындар эшләй, картиналар төшөрә, заказ буйынса тирүгә һуға торған станоктар, һандыҡтарының иҫәбе-һаны юҡ!
Былтыр "7 егет" проектында ҡатнашҡан конкурсанттарға ағастан айыу һыны эшләргә өйрәткән. Йыл һайын Яңы йыл алдынан йорто янына Ҡыш бабай эшләп ултырта. "Быйылғыһы хәтәр ҙур булды, матур килеп сыҡты", - ти оҫта.
Әйткәндәй, Байназар оҫтаһын һәр йыл һайын район үҙәгендәге Яңы йыл майҙансығын биҙәү, унда ла төрлө һындар эшләү өсөн саҡыралар.
Ҡатыны Әлфирә ханым менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Эльмира балалар баҡсаһында кескәйҙәргә музыка серҙәрен өйрәтһә, Эльвиралары - Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академияһы халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Иҙел улдары вахта ысулы менән эшләй.
Талантлы һәм уңған, өлгөлө ғаилә башлығы өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Бының өсөн "Башҡортостан" гәзите төркөмөнә инеп, конкурс талаптары менән танышып, тауыш бирергә мөмкин. Бөрйәндәр, әүҙемерәк булығыҙ!
Фото: Әлфирә Муллағолова.