

Туймазынан Әлиә Имелғужинаның ике йылға яҡын сит илдән кескәй улын ҡайтара алмауы хаҡында хәбәр иткән инек. Әлиә ире менән айырылышҡандан һуң бала сит илдә тороп ҡалған. Сөнки ҡатын Рәсәй гражданы булһа, ире – Абхазия кешеһе, малайҙы улар үҙҙәрендә алып ҡала. Әсә кешегә ошоға тиклем тиклем опека органдары ла, полиция ла, илселек тә ярҙам итә алмай.
Шулай ҙа балаһына зар-интизар булған әсә ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай: Әлиәгә күпмелер ваҡыт Сухумиҙа ҡуртымға фатир алып йәшәргә тура килә. Бер туған ағаһы ла уның янында була, сөнки сит ерҙә яңғыҙ ҡалыу хәүефле.
Бер аҙ ваҡыттан һуң Әлиәгә көнөнә бер-ике сәғәткә улы менән күрешергә рөхсәт итәләр. Уныһы ла мотлаҡ һаҡ аҫтында, ҡәйнәһенең һәм иренең күҙ алдында үтергә тейеш. Әсә ошо ике сәғәтте нисек тә иламаҫҡа һәм иренең ҡыйырһытыуҙарына иғтибар итмәҫкә тырышып уҙғара.
– Мин килһәм, Ярослав улыма: «Ана, апайың килде», – тип күрһәтә. Әммә сабыйым миңә, әсәй, тип өндәшә, бик ҡыуана, ҡосаҡлай, үбә. Урамға сығырға рөхсәт юҡ, өйҙә генә уйнайбыҙ, һөйләшәбеҙ. Көн дә тиерлек ул яратҡан вафлиҙы бешереп алып килергә тырышам. Уның тамағы ла туҡ, өҫтө лә бөтөн, тик әсә һөйөүе генә етмәй. Тәүге осорҙа ҡайтырға сыҡһам, ер-һыу булып илай торғайны. Хәҙер ике сәғәтлек осрашыуҙарға күнегеп тә бөттө. Ә мин ошо ике сәғәт өсөн йәшәйем, – ти Әлиә күҙ йәштәре аша.
Ниһайәт, яҡташыбыҙҙың ғазаплы көндәре төш кеүек булып ҡалһын - уның адвокаты ҡатындың улы менән Рәсәйгә сығыуын хәбәр иткән. Әсә менән ул бер ҡасан да айырылмаһын, бәхетле булһындар, тип теләге килә.
Әлиәнең яҙмышы социаль селтәр аша танышып, сит илдәргә кейәүгә сығырға ашҡынған ҡатын-ҡыҙҙарға һабаҡ булһын ине, сөнки һәр ерҙең үҙ законы, ҡағиҙәләре.
Фото: Әлиә Имелғужинаның шәхси архивынан.