Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылынан Ришат Муссаләмов йыл һайын мөғжизәле ҡурсаҡтары менән олоһон да, кесеһен дә ҡыуандыра, яҡташтарының күңелдәрен күтәрә. Уға һис кенә лә 78 йәш бирмәҫһең!
Анау тиклем ҡурсаҡтарҙы эшләүе, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Хатта төрлө кейемдәге эреле-ваҡлы боҙ ҡурсаҡтарҙы һанау өсөн ике ҡулдың бармаҡтары ла етмәҫ! Була бит шундай оҫта ҡуллы һәм дәртле кешеләр. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк.
Оло йәштәге Ауырғазы оҫтаһы өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Бының өсөн "Башҡортостан" гәзите төркөмөнә инеп, конкурс талаптары менән танышып, тауыш бирергә мөмкин. Ауырғазылар, әүҙемерәк булығыҙ!
Фото: ”Аургазинский вестник”.