Иртәгә, 13 ғинуарҙа, Өфө үҙәгендә 8.30-ҙан 14.30 сәғәткә тиклем хәрәкәт сикләнәсәк. Был ваҡытта Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһы үтәсәк.
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ленин (Кировтан Пушкинға тиклем), Пушкин (Совет урамынан Степан Разинға тиклем), Степан Разин (Пушкиндан Кесе Бакунинға тиклем), Кесе Бакунин (Степан Разиндан Алтайға тиклем), Алтай (Татар урамынан Пятигорск урамына тиклем) урамдары ябыла.
Был осорҙа ҡала транспорты хәрәкәтенең схемаһы ла үҙгәрә.
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын был сикләүҙәргә аңлап ҡарауҙы һәм маршруттарҙы алдан планлаштырыуҙы һорайҙар.
Фото: "Башинформ".