Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2023, 08:00

Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай

Ошо хаҡта Суфия тигән апайҙың яҙмаһын уҡып ҡарағыҙ әле. 

Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай
Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай

“Өйләнгәс, улым минең менән йәшәргә уйланы. Район үҙәге беҙҙең ауылға яҡын ғына, машина менән йөрөгәндә 15 минутлыҡ юл. Юлдарҙы ҡыш көнө лә бына тигән итеп таҙартып торалар. Бер үҙем ҡалырға булһа ла, ризалашманым.

- Юҡ, балаҡайым! Әбейҙәр күпте күрә, телде лә гел тыйып тороп булмаҫ. Тыныс йәшәр өсөн айырым торорға кәрәк, - тип аңлаттым. Үҙем арыу уҡ оло йәштә булһам да, бергә йәшәү яҡлы түгел мин. Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай тип белмәй әйтмәгәндәр инде. Нервы туҙҙырып, үҙ балаларыңа насар булғың килмәһә, айырым йәшәргә кәрәк, тип уйлайым.

Аллаға шөкөр, үҙ донъяһын ҡорҙолар. Парлап киләләр, парлап ҡайтып китәләр, мин уларҙың тормоштарын күрмәйем дә. Шунан да рәхәте юҡ.

Суфия апайығыҙ. Дәүләкән районы”.

Ә һеҙ Суфия апайҙың фекере менән килешәһегеҙме? Улы-килене йәки ҡыҙы-кейәүе менән бергә йәшәүселәр бармы арағыҙҙа?

Фото: mirnadivane.com

Сығанаҡ: vk.com/yasmine_gazeta

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: