Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2023, 09:00

Һеҙҙең почта йәшнигегеҙ ниндәй?

Фотоһүрәттәге йәшниктәр барында гәзит-журналдарға, хат-хәбәрҙәргә ел-ямғыр ҙа ҡурҡыныс түгел.

Һеҙҙең почта йәшнигегеҙ ниндәй?
Һеҙҙең почта йәшнигегеҙ ниндәй?

Бар бит шундай башлы кешеләр! Берәү боҙолған микротулҡынлы мейесен ташламаған, ә бынамын тигән почта йәшниге эшләп ҡуйған. Бындай йәшниктәр барында гәзит-журналдарға, хат-хәбәрҙәргә ел-ямғыр ҙа ҡурҡыныс түгел.

Был - күрше Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы оҫтаһының эше. Әйткәндәй, һеҙҙең почта йәшниктәрегеҙ бармы, гәзит-журналдар алдыраһығыҙмы? Почта йәшниктәрегеҙгә тик яҡшы хәбәрҙәр генә килһен!

Фото: "Сәләм" телеканалы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: