Йәмғиәт
12 Ғинуар 2023, 09:45

"Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу тураһында уйланды"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры булған Рафаэль Байдәүләтов яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. 

"Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу тураһында уйланды""Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу тураһында уйланды"
"Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу тураһында уйланды"

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов менән бер мәлдә эшләгән, 1999-2008 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры булған Рафаэль Байдәүләтов яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. 

– Миңә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән оҙаҡ йылдар эшләргә насип булды – иң бәхетле һәм тынғыһыҙ йылдар тип хәтерләйем. Ул 1993 йылда, иң ауыр ваҡытта, республиканы етәкләп, уны алдынғы рәттәргә сығарҙы. Ул ысынлап халыҡ мәнфәғәтенә бик күпте эшләне. Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәге тип танынылар, күп кенә сит илдәрҙә белделәр. Уны федераль властар белә һәм хөрмәт итә, ул билдәле сәйәсмән ине.

Үҙенсәлекле кеше, бик эшһөйәр булды. Һәр ваҡыт кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу тураһында уйланды. Уның берәй районға сәфәргә сыҡмаған бер аҙнаһы ла булманы. Унда нимәләр кәрәклеген асыҡланы һәм йөкләмәләр бирә ине. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа тиҙ генә ошо бурысҡа тотондоҡ һәм эшләнек, сөнки белә инек: ул бер нимәне лә онотмай һәм һораясаҡ.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы команда туплай белде. Коллективыбыҙ бик эшһөйәр булды һәм күпте эшләне. Ҡалаларҙа ғына түгел, республиканың алыҫ мөйөштәрендә лә торлаҡ һәм юлдар төҙөлдө, газ үткәрелде. Бар процестарҙы ла контролдә тотто.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы айырым иғтибарын ауыл халҡына бүлде. Ул ауыл хужалығы предприятиеларын һаҡланы. Ельциндың совхоздарҙы бөтөрөү тураһындағы ҡарарына ҡарамай, үҙенең указын булдырҙы – предприятиелар юридик берәмек булараҡ үҙгәрһә лә, ҡалһындар. Газ үткәреү әүҙем барҙы, ул саҡта уҡ күрһәткес 86 процентҡа етте һәм илдә беренсе урында инек. Юлдар төҙөлөшө – бында ла автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса алдынғы урынға сыҡтыҡ.

Бик күп ҡаҙаныштарҙы һанарға була. Шуға күрә ул халҡының лайыҡлы улы булып хәтерҙә ҡаласаҡ, уның ҡаҙаныштарын бер кем дә онотмаясаҡ, - тине ул. 

Фото: commons.m.wikimedia.org

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас