Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ерләүҙе ойоштороу комитеты төҙөлә. Указға ярашлы, уны республика етәксеһе етәкләй, урынбаҫарҙары - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Дәәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Уның ултырышы бөгөн үткәрелә. Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү йома, 13 ғинуарҙа, була. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов 2023 йылдың 11 ғинуарында 88 йәшендә донъя ҡуйҙы.
Фото: Рәйеф Баҙыҡов.
Сығанаҡ: bashinform.ru