Кисә төндә бик ауыр яңылыҡ билдәле булды: Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат булды. Ошо айҡанлы уның менән күп йылдар бергә эшләгән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡайғы уртаҡлашты.
– Тотош дәүергә торошло кеше, Башҡортостандың беренсе Президенты арабыҙҙан китте. Ул республиканы бик ауыр ваҡытта, билдәһеҙлек һәм илдең тарҡалыуы шарттарында етәкләне һәм, быларға ҡарамаҫтан, уны күп күрһәткестәр буйынса алдынғылыҡҡа сығарҙы, халыҡҡа яңы тормош сифаты бирҙе, артабанғы үҫешкә нигеҙ һала алды.
Үҙенең ҡайнап торған энергияһы, намыҫлы эше, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте арҡаһында ул хеҙмәттәштәрендә һәм халыҡта ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Ул ғүмерен республикаға арнаны. Һуңғы көндәренә тиклем уның именлеге өсөн эшләне. Уның яҡты донъя менән хушлашыуы – беҙҙең өсөн оло юғалтыу, – тине ул.
Фото: rbc.ru