Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Керәшен православие байрамы осоронда һыуҙа халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе үткәргән.
Ирек Сәғитов әйтеүенсә, республика өсөн, ғөмүмән, тотош илебеҙ өсөн Керәшен һыу инеүҙәре традицион төп дини ваҡиға һанала. Һәм уның танылыу яулауын иҫәпкә алғанда, ул йылдан-йыл күберәк кешеләрҙе йәлеп итә. Шуға күрә лә халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим.
– Ошо сараның республикабыҙҙың 125 ауылында үтеүе күҙ уңында тотола, – тине Ирек Сәғитов. – Унда 40 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. 139 сиркәүҙә, ҡорамда тантаналар үтәсәк, 90-дан ашыу мәкелә граждандар күмәкләп һыу ҡойонасаҡ.
Ирек Сәғитов былтыр Ленинград өлкәһендә балаларының, иренең күҙ алдында 40 йәшлек ҡатындың боҙ аҫтына китеп һәләк булыуын хәтергә төшөрҙө. Был мәкелә һыу инеү тейешле талаптарға яуап бирмәгән булған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.