Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2023, 13:50

Алда ҙур эштәр көтә

Быйылғы йылдың тәүге кәңәшмәһе үтте.

Хөкүмәттең быйылғы йылдағы тәүге аҙналыҡ кәңәшмәһендә тәү сиратта Яңы йыл каникулдарының нисек үтеүе тураһында һөйләштеләр. Дөйөм алғанда, оҙайлы ялдар, аномаль һыуыҡтар һәм бурандарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, тыныс һәм ҙур ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ генә үтеп китте, тип йомғаҡ яһарға була.

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклемге осорҙа юлдарҙы төҙөк хәлдә тотоуға һәм ҡар таҙартыуға ялыу­ҙар – 202 процентҡа, төҙөклән­дереүгә 357 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәттәре эшенә ялыуҙар ҙа юлдарға бәйле – машиналар ҡар өйөмдәре арҡаһында ваҡытында килә алмаған.

Яңы йыл каникулы аҙағында ҡаты һыуыҡтар башланды, шуға бәйле көсөргәнештең артыуы арҡаһында электрҙы өҙөүгә һәм йәмәғәт транспорты эшенә ялыу­ҙар артҡан.

“Һалҡындар, ысынлап та, көслө, бөтә рекордтарҙы уҙып киттек. Шуға күрә юлдарҙы даими таҙартығыҙ, ҡаҙанлыҡтар эшләһен һәм йорттарҙа йылы булһын”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Яңы йыл каникулы осоронда Башҡорт­останда медицина ойошмалары эшмәкәрлеген туҡтат­маған. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә 40992 мөрәжәғәт килгән, поликлиникаларҙа табиптар һәм фельдшерҙар 5230 мөрәжәғәтте хеҙмәт­ләндергән, 31379 мөрәжәғәт буйынса табиптар өйгә барған.

– Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе 2023 йылдың 1, 2 һәм 3 ғинуарына тура килгән. Быға юғары тән температураһы һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе сәбәпсе булды. 10 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре стационар­ҙарҙың тәүлек әйләнәһенә эшлә­үен, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам, поликлиникаларҙа амбулатор ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итеү өсөн байрамда эшкә сыҡты. Каникулда терапевтар, педиатр­ҙар, тар белгеслек табиптары ҡабул итте. Беҙҙең поликлиникаларҙа табиптар, педиатрҙар 50 меңгә яҡын пациентты тикшерҙе. Стоматологтар өс меңгә яҡын кешене ҡараған, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостанда 2023 йылдың 2 ғинуарынан республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының колл-үҙәге эшләгән. Белгестәр халыҡтан 32 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, Яңы йыл байрамында тәүге тапҡыр өлкән йәштәге кешеләр төркөмөн диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереүҙәр ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә 11 меңдән ашыу кеше ҡаралған.

Шулай уҡ Айрат Рәхмәтуллин йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәшеү юлдары тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, Республика кардиология үҙәге белгестәре һуңғы дүрт йыл эсендә трансплантация ярҙамында 21 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Былтыр хирургтар йөрәкте трансплантациялау буйынса биш ҡатмарлы операция үткәрһә, быйыл да шунсаны эшләргә ниәтләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ангиографтарҙы әүҙем йәлеп итергә ҡушты. Йәғни улар эшһеҙ тормаҫҡа, әгәр теге йәки был тораҡ пунктында йәшәүселәр мохтаж икән, ҡорамалдар кисекмәҫтән эшкә ҡушылырға тейеш.

Кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр алданған өлөшсөләр проблемаһы ҡаралды.

Йыл башына Башҡортостанда 39 проблемалы торлаҡ объекты иҫәпләнә, уларҙы төҙөгәндә граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолған. Бер йыл элек улар 106 ине. Был хаҡта БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, 12 проблемалы объектты республика көсө менән төҙөп бөтөү күҙаллана, 17 объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре Биләмәләрҙе үҫтереү фонды ҡатнашлығында тамамлана. Фондтың күҙәтеү советының биш объект буйынса түләмдәр биреү тураһында ҡарарҙы ҡайтанан ҡарауы һәм тағы биш объект буйынса компенсация биреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе көтөлә. Проблемалы объект­тарҙың күбеһендә (30-лап) өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары 2023 йылда тергеҙеләсәк, тип күҙаллана.

2022 йылда 14 проблемалы объект төҙөлөп бөттө: Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ районында – дүртәр, Өфө районында – биш, Салауатта – берәү, һөҙөмтәлә 772 граждандың хоҡуҡтары тергеҙелде. 32 объект буйынса компенсациялар түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлеге ваҡытҡа 3300 кеше дөйөм алғанда 8,6 миллиард һумлыҡ түләү алған. 2022 йыл башынан 70 объект проблемалылар исемлегенән төшөрөлгән.

2013 йылда эшләй башлағандан алып “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты 669 етештереүсене берләштергән. Сифат билдәһе менән улар 25 237 төр продукцияны билдәләй. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне.

Проектта ҡатнашыусылар иҫәбендә – аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүсе 574 предприятие һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар етештереүсе 95 предприятие. 148 етештереүсе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә ташыу ойоштора. 230 дипломант продукцияны – федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, ә 25 дипломант экспортҡа ебәрә.

Былтыр 117 предприятие проект дипломанты булды. Министр республикала эшләгән федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле үҫешен билдәләне. Дипломанттарға ярҙам итеү өсөн 2022 йылда 12 “Тәьмин итеүсе көнө” сауҙа-һатып алыу конференцияһы, 25 күргәҙмә-йәрминкә сараһы, алты уҡытыу семинары уҙғарылған. Уларҙың йомғаҡтары буйынса сауҙа селтәрҙәрен тауар менән тәьмин итеү тураһында 210 килешеү төҙөлгән. Был 2021 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мөһим тема – Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, 2019 йылдан Башҡорт­остандан 27 проект конкурс лауреаты булды. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йәлеп ителгән аҡсаның дөйөм күләме 2,2 миллиард һумдан ашҡан.

"Бөтә төҙөкләндереү концепциялары ла халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерләнгән, – тине Ирина Голованова. – 2022 йылда Белоретта, Баймаҡта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Сибайҙа һәм Учалыла, шулай уҡ Воскресенск, Йылайыр ауылдарында конкурс проекттарын тамамланыҡ".

2023 йылда республикала Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Күмертауҙа, Межгорьела, Стәрлета­маҡта, Туймазыла йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе дауам итәләр. Был эште 1 авгусҡа тиклем тамамлау планлаштырыла.

Бынан тыш, 2022 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу эшенә тотоналар. Был проекттар Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Яңауылда, Мәләүездә тормошҡа ашырыла. Уларға бөтәһе 435 миллион һум федераль аҡса йүнәлтелә.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: