11 ғинуарҙа Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булды. Бик күптәр уның тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша. Улар араһында Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Салауат Ғүмәрова ла бар.
– Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһын ябай булмаған ваҡытта етәкләне. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул бөтә көстәрҙе йәмғиәттә туплай алды. Ныҡлы хужалыҡсы булараҡ, ул республика иҡтисадын нығытыу өсөн күп эштәр башҡарҙы. Мөһим ҙур проекттар тормошҡа ашырылды. Шул уҡ ваҡытта ул айырым ауылдың, мәктәптең, кешенең яҙмышы тураһында ла онотмаған.
Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса беренсе вәкил булып эшләгән саҡта шәхсән үҙемә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән аралашырға насип булды. Ул балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән тәҡдимдәрҙе һәм проекттарҙы бик иғтибарлы тыңланы һәм хупланы.
Бөгөн күп милләтле республикабыҙҙа йәшәгән миллионлаған кеше ҡайғы кисерә. Уның хаҡында яҡты хәтирәләр генә ҡалды.
Фото: tj.sputniknews.ru